Сценарий на тему лифба байрамы


“Әлифба” байрамы
Маҡсат: Класс коллективының эшенә йомғаҡ яһау,
Балаларға белем алыуға аңлы ынтылыш тәрбиәләү.
Плакаттар:
Күп уҡыһаң , күп белерһең.
Белемле белеменә таяныр.
Рәхмәт һиңә, «Әлифба, яҡын дуҫ һин беҙгә.
Беҙҙе уҡырға өйрәттең,онотмаҫбыҙ мәңгегә.
Байрам барышыМузыка аҫтында балалар шар тотоп сығалар.
Инеш һүҙ.
Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.
Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең кластағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!
Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы.
1.Байрамдар беҙҙә етерлекҮҙе байрам бала саҡБала саҡтың шат йылдарыМәңге иҫтә ҡаласаҡ.
2.Байрамдар бик күп былай ҙаИң кәрәкле, иң күнеллеБөтәһе: «Әлифба байрамы!
Күтәренке күңелле Бар ҙа көләс, шат бөгөн!
Күктә ҡояш йылмая,
Йәшерә алмай шатлығын.
Оло байрам бөгөн беҙҙәБайрамдың да байрамы.
Ҡотло булһын, гөрләп торһон,
Әлифбабыҙ байрамы.
Йырлайһы килеп кенәТора барыбыҙҙың да.
Көтөп алған байрамы
Бөгөн һәммәбеҙҙең дә.
Йыр күтәрә күңелде,
Бар ҙа көләс, шат бөгөн.
Беҙҙең “Әлифба” байрамы,
Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн.
Ә. “Әсәй” тип телем асылған,
Әсәй һөйгән, наҙлаған,
Ҡайһыбыҙ һуң дәфтәренәӘ хәрефен яҙмаған?
Л. Күҙҙәремдән йәштәр сыҡты
Ҡапҡан инем лимонды.
Һары булғас бик тәмле тип Белгән инем мин уны.
И. Иген үҫкән, бейек үҫкән,
Башаҡтары тулып бешкән!
Комбайндар туҡтап тормай,
Ашлыҡ һуға йырлай-йырлай.
Ф. Ябалаҡтың ҙур күҙҙәре
Ялтырай ҡараңғыла.
Ф хәрефенә бик оҡшаған
Туп – тура ҡарағанда.
Б. Һуҡ барабан, уйна борғо,
Бар кешеләр ишетһен,
Б-нан башҡа байрам юғынБарыһы белеп торһон.
А. Башланып китте уҡыуҙар
А тигән хәреф менән.
Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең
Башлаған ана шунан.
Укыт. Ниндәй һүҙ төҙөнөгөҙ уҡыусылар?
Бергә. ӘЛИФБА.
Байрам түрендә кем булырға тейеш?
Әлифба.
Әйҙәгеҙ әлифбаны саҡырайыҡ.(әлифба керә)
Һаумыһығыҙ,дуҫтарым
Ҡәҙерле ҡунаҡтарым!
Йыр - Әлифба
Һәр партала,иң уртала
Әлифба тигән китап.
Һүрәттәре бигерәк күп
Алып ҡарайбыҙ ҡат-ҡат.
Белем донъяһына ишек
Әлифба тигән китап.
Рәхмәт әйтеп йыр йырлайбыҙ
Ошо китапҡа атап.
Уҡытыусы әлифбананБеҙгә хәреф өйрәтә.
Таҡтаға яҙып күрһәтәШунан ҡабат һөйләтә.
Һыҙыҡтарҙан,ырғаҡтарҙанТора икән хәрефтәр.
Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргәӨйрәнәбеҙ дәрестә.

Хәҙер, әсәй, ҙур үҫтем,
Уҡый, яҙа беләмен.
Әлифбаның биттәрен
Ятҡа һөйләп бирәмен.
3.Эй Әлифба,Әлифба 4. Оло донъяға юл алдыҡ
Беҙҙең беренсе китап Ынтылып ,ҡанатланып.
Әлифба менән киләбеҙ Әкиәт тә,хикәйәт тә
Белем һуҡмағын тапап. Беҙ уҡыйбыҙ шатланып.

5.Рәхмәт ,һиңә,Әлифбабыҙ 6. Әлифба,Әлифба
Белем иленең башы Беренсе битеңде
Асыштарҙың,табыштарҙың Асҡан көн хәтерҙә
Бәхеттең нигеҙ ташы. Ҙур байрам шикелле.
7.Иң яҡын дуҫыбыҙ 8. Хәрефтәр бик матурБулдың һин гел беҙҙең Һүҙҙәргә әйләнде.
Һәр хәреф йылмайып Һүҙ төҙөп уҡыуыӘйтте үҙ исемен. Ҡыҙыҡлы,күңелле.
Һәммәбеҙҙең үҙ урыны-
Барыбыҙ ҙа кәрәкле.
Беҙҙе Әлифба китабыДуҫ булырға өйрәтте.
9. Белем алыу еңел түгелБелем еңел бирелмәйЯулай уны бары шуларКемдәр уңған,иренмәй.

Әлифба. Уҡыусыларым ,аҡыллыларым минең ! Мине бөтәгеҙ ҙә матур итеп уҡый белә. Шуға ҡыуанам. Һеҙҙең алда ҙур һәм бейек фән тауы бар.Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк.Хәҙер белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайбыҙ.
-Алфавит ниндәй хәрефтән башлана?
- Алфавитта нисә хәреф?
УҡытыусыӘйҙәгеҙ,серле биттәрҙе асайыҡ.
1-се бит. “ Уҡырға өйрәндек”
Үтелгән шиғырҙарҙы ятлау.
-Айыу.
- Тубым.
-Атайым.
-Бесәй ҡайҙа бараһың?
-Мин терпе.
2-се бит “Уйнап әйтһәң дә,уйлап әйт”
1)Артыҡ хәрефте күрһәт.
-а, ә, о, у, ы;
-н, р, ж, л, м, ң, й;
-д, ф, к, с, т, п, ҫ;
-ж-ш, з-с, г-к, ғ-ҡ, м-л;
-и, ү, ы, ә, ө, ә.
2) Ижектәрҙән һүҙ төҙө.
Кү- , са- , кө- , ас- , мәк- , сур- ,
-тәп, -рәк, -ған,
- мер, -тан, -ҡыс.
3)Әсәйҙәргә эш
Белем тураһында мәҡәлде дауам итУҡыған белер,уҡымыған (бөлөр.)
Белмәгәндең беләге (тыныс.)
Белмәү ғәйеп түгел,белергә теләмәү (ғәйеп.)
Белем алыу- (энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу).
Уҡытыусы: Дөрөҫ уйланығыҙ, ихлас уйнанығыҙ. Хәҙер артабанғы битте асайыҡ. Бында ни яҙылған уҡып ҡарайыҡ, мәғәнәһен төшөнәйек.
3-сө бит «Иҫәп белһәң- уңырһың,белмәһәң- туңырһың ».
1) Һүҙҙәрҙән һан исемдәрен тап:
берҙәм, тун, көслө, алтын, йөҙгән, етегән, бишмәт.
2) Шиғри мәсьәләләр.
Бер күлдәктә биш төймә Бер ҡарт ҡайын ағасында
Бер күлдәктә өс төймә. Үҫте 7 сәтләүек
Бөтәһе нисә төймә?(8) Уны тейен күреп ҡалды
Алды 3-әүһен өҙөп
Нисә сәтләүек ҡайында ҡалды?
Әминәнең тубы икәү, Алмағаста өс алма,
Сәлимәнең тубы икәү. Улар бешкән-алланған.
Йә,әйт әле,һин, Береһен алды Әнисә,
Ике ҡыҙҙа нисә туп?(4) Ағаста ҡалды нисә?(2)
4-се бит “Йомактар”
Кем тапҡыр, кем зирәк
Һынап ҡарайыҡ әйҙәгеҙ.
Мин йомаҡтар әйтәйем,
Һеҙ яуабын әйтегеҙ:
1) Кескенә йорт,
Эсе тулы ҡорт.(ҡыяр)
2) Үҫкәндә япрағын ашайҙар,
Үҫеп еткәс үҙен ашайҙар.(һуған)
3) Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ-
Бик тәмле тамыраҙыҡ.(кишер)
4) Ултыра бер аҡ сүлмәк
Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(кәбеҫтә)
5) Түңәрәк-ай түгел,
Һары-ҡояш түгел,
Тәмле-шәкәр түгел,
Ҡойроҡло-сысҡан түгел.(шалҡан)
6) Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,
Йылы яҡтарҙа үҫә.
Бигерәк тәмле, бигерәк һутлы!-
Исемен әйт әле белһәң!(ҡарбуз)
7) Йәйен һоро, ҡышын аҡ,
Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ.(ҡуян)
8) Бер нәмә тегә белмәй,
Энәләр тағып йөрөй.(терпе)
9) Үҙе ул бал ярата,
Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)
10) Һоролор төҫө.
Үткерҙер теше,
Урманда йөрөй.
Быҙауҙар эҙләй.(бүре)

11)Һәр көн кәрәк өҫтәлдә
Беҙгә ҡеүәт өҫтәргә.(Икмәк)
12)Йылы яҡтарҙа йәшәй,
Ауыр йөктәр ҙә ташый.(Фил)
13)Без-без безелдәп,
Ҡорттар йыялар мине.
Һалҡын тейеп ауырығанда
Дауалайым мин һине. (Бал)
14)Һин йоҡлағас, тәҙрә артындаЙылмайып ҡарай һиңә.(Ай)

--Ай, аҡыллылар, бар йомаҡтарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.
Әлифба: Афарин, балалар! Бик шәп балалар бар икән бында. Серле биттәрҙе асып та бөттөгөҙ.
Гел шулай булығыҙ уҡыуҙа.
Тырышты һөйә белем.
Халҡым шатланһын һеҙгә Ҡыуанһын Тыуған илем.
Әлифбаны бик яраттымХәрефтәрен өйрәндемҒорур әйтәм уҡый беләмҺоҡландырып һәр кемде.
Әлифба,Әлифба
Китәһең бит индеЙыр итеп йырлайбыҙ Иң һуңғы битеңде.
Күмәк йыр “Әлифба”
Эй,әлифбам,һин тәүге фәндәрҙеңТәүге баҫҡысы.
Һин ҡәҙерле,һин туған телемдеңАлтын асҡысы.
Уҡырға ла өйрәттең,
Яҙырға ла өйрәттең.
Һин ҡәҙерле,һин туған телемдең Алтын асҡысы.
Эй,әлифбам,һин ҡулымда балҡыйһыңБер нур булып.
Һәр баланы ҙур бәхеткә илтеүсеАҡ юл булып.
Китәм һеҙҙән, балалар,
Шатланып, ғорурланып.
Уҡыуҙың да, яҙыуҙың да
Төп нигеҙен бирҙем тип.
Әлифба.Рәхмәт,балалар!Мине бөтә уҡыусылар ҙа уҡый беләләр икән.Тырышып уҡығыҙ,өлкәндәрҙе тыңлағыҙ,китапты,мәктәпте һәм туған телегеҙҙе яратығыҙ!Үҙемә алмашҡа Туған телде ебәрәм.Хушығыҙ!
Уҡыусылар (хор менән)
Һау бул, Әлифба,
Ҙур рәхмәт һиңә.
Почтальон(инә).1-се класс уҡыусылары бындамы?Һеҙгә хат алып килдем.
Уҡытыусы(хатты асып уҡый).
“Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе Әлифба байрамы менән ҡотлайым!Мине лә уҡырға онотмағыҙ.Мин һеҙгә уҡыу өсөн һөйләмдәр ебәрәм.Сәләм менән “Аҡбуҙат”
1)Салауат Юлаев-башҡорт халыҡ батыры.
2)Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!
3)Минең Ватаным киң.
4)Тышта йомшаҡ ҡар яуа.
5)Ҡыҙҙар коньки шыуалар.
6)Шамил матур яҙа.
7)Ҡуян кишер ярата.
8)Азат журнал уҡый.
Уҡытыусы.Әйҙәгеҙ,балалар,Туған телде тиҙерәк килеүен һорап,
саҡырайыҡ.
Уҡыусылар (хор менән) Туған тел,бик һағындыҡ,тиҙерәк кил!
Туған тел(инә).
Һаумыһығыҙ,шат балалар,
Уйнап туймай торғандар,
Эштә етеҙ, ә уҡыуҙаБерҙәм план ҡорғандарҺеҙ көткәнде белдем мин
Шуға ашҡынып килдем мин
Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән.
Алып килдем һеҙгә мин-
Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ әкиәттәр,
Төрлө-төрлө хикәйәләр,
Матур-матур шиғырҙар,
Дәртле ,күңелле йырҙар
Йыр «Бәхетле баласаҡ»
1.Ил эсендәге тыныслыҡ булһа,
Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын.
Туғандарым иҫән-имен булһа,
Йылы булһа ғаилә усағы.
Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә
Бәхет өсөн тағы ни кәрәк.
Теүәл булһын өсөн был донъялар,
Булһын өсөн донъя түңәрәк.
2.Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән,
Тәмле икмәк еҫе уятһа.
Кисен өләсәйҙең йомшаҡ теле,
Әкиәттәр һөйләп йоҡлатһа.
3.Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан,
Әсәй наҙлап сәстән һыйпаһа.
Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар,
Йорт эсенә генә һыймаһа.
Гел шулай булығыҙ уҡыуҙа.
Тырышты һөйә белем.
Халҡым шатланһын һеҙгә
Ҡыуанһын Тыуған илем.
-Хәҙер һеҙҙең алда 1класс уҡыусылары вәғәҙә бирә.
Һеҙҙең алда вәғәҙә бирәбеҙ:
Ялҡауланмаҫҡа!
Икеле алмаҫҡа!
Тырыш булырға!
Бишле алырға!
-Байрамыбыҙҙың икенсе өлөшө – әкиәт сәхнәләштереү.
1 синыф уҡыусыларын ата-әсәләре, мәктәп администрацияһы ҡотлай. Балаларға иҫтәлекле бүләктәр бирелә.
Иртәлек сәй табыны менән тамамлана.

Приложенные файлы


Добавить комментарий