Сценарий утренника на 8 марта Бе яы элйбе — дошкольное образование, мероприятия


Беҙ яҙҙы эҙләйбеҙ
Музыка аҫтында балалар залға инәләр,ярым түңәрәк яһап торалар.
Алып барыусы:
Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!
Бала:
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе әсәйҙәр
Көләс йөҙлө өләсәйҙәр
Эштә уңған апайҙар
Һигеҙенсе март менән!Бала:
С днем 8 марта!
Праздником весенним!
С радостным волненьем
В этот светлый час!
Дорогие наши,
Добрые, хорошие,
С днем 8 марта
Поздравляем Вас!
Бала:
Мин әсәйемде яратам
Ул да мине ярата
Бүләк итеп йыр сығарҙымӘсәйем тураһында.Йыр “Әсәйҙәр байрамы”
(Балалар ултыралар)
Алып барыусы:
Күңелдәргә шиңмәҫ нурҙар тула
Яҙ байрамы булған өсөн ме
Иңҡәҙерле итеп ҡабатлайым
“Әсә” – тигән бөйөк исемде.
Хөрмәтле әсәйҙәр, тик һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү
Бейеү “Күбәләк”
Залға йүгерепФиксик Симка килеп инә.
Фиксик Симка: Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Яҙҙың беренсе байрамы менән.Ә тышта һаман да һыуыҡ уф өшөнөм.
Алып барыусы:
Һипкелкәй ә һин ҡайҙан киләһең?
Фиксик Симка:: Ҡайҙан, ҡайҙан. Яҙһылыуҙы мин эҙләйем.Димычҡа ярҙам итер кәрәк бит,ул яҙҙы көтә.Бына бында күңелле тауыштар ишеттем дә килеп индем.
Ә-ә-ә.(Илай)
Алып барыусы:
Нимә булып китте, нимәгә илайһың һуң.
Фиксик Симка:: Нимә-нимә,Яҙһылыуҙы тиҙерәк тапҡым килә.
Алып барыусы:
Юҡҡа илама Фиксик,оҙаҡламай беҙҙең шат йырҙарҙы, дәртле бейеүҙәребеҙҙе ишетеп Яҙһылыу үҙе лә килеп етер.Бөгөн бит әсәйҙәрҙең генә байрамы түгел,тағы ла кемдәрҙең байрамы әле балалар?Симкабәлки һин беләһеңдер?
Бергә: Апайҙарҙың,ҡыҙҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең байрамы.
Алып барыусы:
Балалар әйҙәгеҙ өләсәйҙәрҙе лә байрам менәнҡотлап үтәйек.
Шиғырҙар өләсәй тураһында.
Бала:
Өләсәйҙе яратам мин
Әсәйемдеңәсәһен
Әлләҡайҙан белеп торам
Ҡунаҡҡа киләсәген
Өләсәйем килеп инһә
Хатта гөлдәр көлөшә
Хуш киләһең, әйҙүк тием
Гүйә хәлен белешә
Бала:
Кто растит цветочки?Самые красивыеСвяжет кто носочки?Бабушка, бабушка,Бабушка моя.Бабушка, бабушка,С праздником тебя!
Йыр “Бабушка моя”
Фиксик Симка:: Матур йырланығыҙ , өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар ҙа беләһегеҙ.Ә мин бына бер уйын беләм.Минең менән уйнайһығыҙмы?Бына мин тышта һыуыҡ булһа үҙемә оҡшаған яғымлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрһәм йылынып китәм,әйҙәгеҙ беҙҙә күңелдәрҙе күтәреп уйнап алайыҡ.Бының өсөн түңәрәккә тороғоҙ.(Балалар түңәрәккә торалар) ошо тупты бер-беребеҙгә биреп әсәйҙәргә һәм өләсәйҙәргә яғымлы һүҙҙәр әйтәйек.
Уйын “Күңелдәрҙе күтәрәйек”
Йыр “Ярамай”
Фиксик Симка::Уйыным оҡшанымы?
Алып барыусы:
Рәхмәт һиңә Фиксмк,күңелле булып китте.Бәлки һин беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙҙы ла уйнатып алырһың?
Фиксик Симка::Мин тик риза ғына.Уйнарға яратам мин.Бына һәр бер бала бутҡа ярата бит инде,мин дә бутҡа яратам,әсәйҙәр беҙҙең яраталармы икән?Уйын өсөн өс бала залға әсәләрен алып сығалар.
Уйын “Золушка”
(Әсәйҙәрҙең күҙҙәрен ябабыҙ,улар йомоҡ күҙҙәр менән тәрилкәләге ярмаларҙы тотоп ҡына уны танып әйтергә тейештәр)
Алып барыусы:
Эй, һылыу ҙа буйҙары
Серлеләҡараштары
 Улар бейейбашлаһалар
 Китер иҫ-хуштарығыҙ.
Бейеү “Моряктар”
Алып барыусы:
Ниндәй рәхәт байрам көндә
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Хөрмәтле әсәйҙәр, сираттағы байрам бүләге булып малайҙар башҡарыуында бейеү
Бейеү“Һыбайлылар”
Йыр “Толпар ат”
Фиксик Симка:. Балалар ә һеҙ әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?
Алып барыусы:
Беҙҙең балалар йыр-бейеүгә генә түгел һүҙгә лә оҫталар.
Мәҡәлдәр.
Әсә - өйгә нур сәсә.
Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала.
Әсәйөйҙә - ҡот өйҙә.
Әсәҡулы алтын.
Әсәле бала – иркәле бала.
Фиксик Симка:.Рәхмәт балалар зирәкһегеҙ икән.Әйҙәгеҙ минең менән тағы ла уйнап алайыҡ.
Уйын “Әсәйгә ярҙам итәм”(кер элеү һәм йыйып алыу)
(Өй тора,тауыш ишетелә)
Яҙһылыу: Уянам,уянам
Киләм һеҙгә балалар.(Өйҙән сыға)
Яҙһылыу.Һаумыһығыҙ балалар,хәйерле көн ҡунаҡтар.Бына мин дә килеп еттем,йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән,алып килдем мин ҡояштың,яҙҙың тәүге сәләмен.
Балалар.Һаумы Яҙһылыу!
Алып барыусы:
Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу.Беҙ һие һағынып көттөк.
Фиксик Симка:Ура –ура бына ул минең Яҙ апайым да килеп етте.Ә һин килгәнсе беҙ балалар менән күңелле уйындар уйнаныҡ,матур йырҙар йырланыҡ,шат бейеүҙәр бейенек.Улар шундай уңған балалар.Минең Димыч ағайым хәҙер ҡыуанып китә инде.Яҙһылыу.Залда шундай күңелле, яҡлы. Байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Балалар,әйҙәгеҙ байрам бүләге итеп яҙҙың тәүге сәскәләрен әсәйҙәргә бүләк итәйек .
Бүләк бирәләр.(балалар ултыралар)
Алып барыусы:
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын
Юлдаш булһын ҙур – ҙур уңыштар
Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар
Йыр “Әсәйҙәр байрамы”(байрам бөгөн)
Яҙһылыу.Матур итеп йырланығыҙ бәлки минең менән бергәләп уйнап күңел асып алырһығыҙ.Яҙ ул бөтә тәбиғәт уяна,ҡарҙар ирей,ағастар бөрөләнә башлай,һуңынан инде сәскәләр ата эйеме балалар.Сәскәләр яһап уйнап алайыҡ.
Уйын “Таҫма бәйлә”(Ҡулдарға таҫма бәйләйҙәр)
Алып барыусы:
Рәхмәт һиңә Яҙһылыу.
Фиксик Симка:: Уйының бигерәк матур булды,балаларға ла оҡшағандыр?
Балалар.Эйе!Яҙһылыу.Мин һеҙҙе ҡотларға тип килдем.Үҙем менән ҡояш нурҙарын алып килдем.Тәрбиәсе апайығыҙға бирәм ул һеҙгә төркөмгә ҡайтҡас таратып бирер үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе теләп ағасҡа бәйләһәгеҙ теләктәрегеҙ ҡабул булыр.
Фиксик Симка:Рәхмәт һеҙгә балалар ,миңә һеҙҙең менән күңелле булды , Яҙ апай әйҙә тиҙерәк, минең Димыч ағайым да һине ныҡ һағынып көтә,әйҙә ҡабаланайыҡ.Һаубулығыҙ.
Алып барыусы:
Рәхмәт һеҙгә үҙегеҙгә, байрамға яҙҙы алып килгәнгә.Хәйерле юл һеҙгә.Һаубулығыҙ!!!
(Сығалар.)
Алып барыусы:
Әсә һөйөүе ҡояш кеүек
Тормошҡа илһам бирә,һәр йәнгә
Әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр
Алып бара хатта йыһанға.
Шиғырҙар:
Бала:
Мне мама приносит
Игрушки, конфеты
Но маму люблю я
Совсем не за это.
Веселые песни
Она напевает
Нам скучно вдвоем
Никогда не бывает
Бала:
Берҙән – берем - әсәкәйем
Наҙлап – һөйөп үҫтерҙе
Әсәмдең нескәҡулдары
Ҡанатҡуйҙы, көс бирҙе
Бала:
Много мам на белом свете
Всей душой их любят дети
Только мама есть одна
Всех дороже мне она
Кто она? Отвечу я
Это мамочка моя!
Бала:
Кто на свете всех милее
И теплом своим согреет,
Любит больше, чем себя?
Это мамочка моя.
Алып барыусы:
Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Балалар:Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт
Бөтмәҫ көс һәм дәрт биргәнгә
Балалар:Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!
Алып барыусы: Байрам булғас, беҙ ҙә ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлап байрам бүләге тапшырайыҡ.
(Ҡыҙҙарға бүләкәтәр биреү)
Алып барыусы:
Рәхим ит! – тип ҡаршылайбыҙ,
Яғымлы, ҡояшлы ай.
Бөгөнәсәйҙәр йөҙөндә
Балҡый ҡояш, балҡый ай.
Алып барыусы:
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ
Һәр саҡ хөрмәт итәбеҙ
Байрам һайын беҙ уларға
Йырҙар бүләк итәбеҙ
Йыр “Күтәренке күңелем”
Алып барыусы:
Ә хәҙер барығыҙҙы ла байрам сәйенә, төркөмгә саҡырабыыҙ. Рәхим итегеҙ.

Приложенные файлы

  • docx 300640
    Размер файла: 28 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий