Конспект урока по башкирскому языку и литературе Амулла- ятылы йырсыы — литература, уроки


Тема: Аҡмулла- яҡтылыҡ йырсыһы.
Маҡсат :
Белем биреү:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.
Үҫтереү:
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын ңҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә.
Тәрбиәүи:
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә белемгә ынтылыш, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Йыһазландырыу:
М.Аҡмулланың портреты, китаптары күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың сығыштары, презентация “Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы”.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Әйҙә һаулашайыҡ!
Ошо һүҙҙән сафлыҡ бөркөлһөн.
Ихлас йылмайыуҙан бер минутка
Оҙонайып ҡалһын беҙҙең көн.
II. Инеш һүҙ.
- Меңәр йыллыҡ сал тарихы булған Уралтауҙа тыуған ере, башҡорт халҡы, уның азатлығы өсөн йәнен дә аямай көрәшкән, уны данлап йырҙар йырлаған шәхестәре күп булған. Тарих төпкөлөнә күҙ ташлаһаҡ, уҡыусылар, күҙ алдығыҙға кемдәр килер ине? (уҡыусыларҙың яуаптары).
- Салауат, Аҡмулла, Рәмиҙәр-халҡыбыҙ күңеленә аҡлыҡ юлы, хаҡлыҡ юлы булып мәңгелеккә уйылып ҡалған.
- Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ халҡыбыҙҙың атаҡлы мәғрифәтсеһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы, халҡы өсөн ысын күңелдән борсолған сәсән, изге күңелле уҡытыусы булараҡ дан алған Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов тураһында булыр. Һеҙгә өй эшенә Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын тәрәнерәк өйрәнеп, сығыштар әҙерләп килергә ине.
- Әйҙәгеҙ, дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ. (Слайд 1)
- Ә хәҙер класыбыҙ менән М.Аҡмулла һымаҡ арбаға тейәлеп тарих төпкөлөнә сәйәхәткә юлланабыҙ. (Слайд 2)
III. Проблемалы һорау.
1)XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәрҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәрҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек булған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөнгө уҡыусы күңеленә яҡын? Дәрестә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Аҡмулла эҙҙәре буйлап сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ.
2) Сәйәхәт барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр.( Портретын күрһәтеү).
- Уның һүрәтенә ҡағылышлы нимәләр беләһегеҙ, уҡыусылар?
(Аҡмулланың һүрәте-хыял һәм фантазия емеше тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған).
IX. Төп өлөш.
1.Беренсе туҡталыш “Аҡмулланың тормош юлы”.
Уҡыусыларға алдан тормош юлы тураһында һөйләргә индивидуаль эш бирелә. Бер уҡыусы сығыш яһай, ҡалған уҡыусылар уның һөйләгәндәренән сығып, логик-мәғәнәүи модель төҙөй (В.Э. Штейнберг схемаһы буйынса). (Слайд3-6)
Заманында “ҡара төндәге яҡты йондоҙ” булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла IX быуат башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. М. Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Йәштән үҙ әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалған Мифтахетдинға атаһының ишле ғаиләһендә (туғандарына яҙған хатында ул ун дүрт ир туғанын һәм бер апаһын телгә ала) “ят бауыр” хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө йәбер-золомдарҙы татып үҫергә тура килә. Үгәй әсәнең “йоҙроҡ тәрбиәһе” аҫтында алған тәүге тормош һабаҡтары кескәй Мифтахетдинға бунтарлыҡ, үҙ бәҫен үҙе яҡларға ынтылыш тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Артабан ата йортонан бөтөнләйгә китеп, бәләкәйҙән тулыһынса яҙмыш ҡарамағында тороп ҡалыу ҙа уны йәштән үк үҙ йүнен күрә белергә, үҙ аллы тормош көтөргә өйрәтә.
2. Икенсе туҡталыш “М. Аҡмулланың белемгә ынтылышы. “(Слайд 7-9)
Уҡытыусы IX-XX быуаттарҙа Башҡортостанда мәғрифәтселек тураһында белешмә бирә (компьютерҙа мәҙрәсәләр күрһәтелә).
(уҡыусының сығышы)
IX быуаттың икенсе яртыһы Башҡортостанда контондар идаралығын бөтөрөү, башҡорт ерҙәрен талау, тартып алыу, синфи ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һәм капиталистик мөнәсәбәттәрҙең әкренләп урынлашыуы менән характерлана.
Был осорҙа культура, мәғариф эше йәнләнә төшә, ләкин Башҡортостан Рәсәйҙең иң үгәйһетелгән, иҙелгән мөйөштәренең береһе була. Ошо дәүерҙә, ҡәҙимселек менән йәҙитселек араһында көрәш башланған ваҡытта, әҙәбиәткә шағир Мифтахетдин Аҡмулла килә.
Бәләкәйҙән үк ул бик шуҡ, теремек, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһында ала. Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә уҡый, билдәле суфый-шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Артабан ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй. Әммә, бәхетһеҙлеккә, йәмәғәте йәшләй генә вафат була. Мифтахетдин шул сәбәпле булһа кәрәк, ауылында төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир атаһының атын, тунын рөхсәтһеҙ алып, ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан – Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мүлдәкә булып таныла. Иҫәнгилде бай менән бәхәскә инеп, төрмәгә эләгә һәм дүрт йылға яҡын ултырып сыға. Күп тә үтмәй ул тағы йыраҡ сәфәрҙәргә сығып китә. 90-сы йылдар башында Аҡмулла башҡорттар араһына йәшәргә ҡайта, ләкин илгиҙәрлек холҡо тынғы бирмәй, ул Троицк яҡтарын сығып китә. Ләкин 1895 йылда уның тормошо фажиғәле тамамлана. Уны Миәс ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә үлтереп китәләр, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә.
3. Өсөнсө туҡталыш. Мифтахетдин Аҡмулла – мәғрифәтсе-шағир. (Слайд 10-12)
-Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата? Әйҙәгеҙ һүҙлектән ҡарап китәйек.
Мәғрифәт- ғәрәп теленән ингән һүҙ- аң-белем, культура.
Мәғрифәтсе- аң- белем таратыусы, просветитель.
Ижад юлы тураһында сығыш, поэзияһындағы мәғрифәтселек идеялары.
Аҡмулла ижадының халыҡсанлығы, үҙе йәшәгән ерҙә башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да ауыр тормошон уртаҡлашыу, байҙарҙың рәхимһеҙлеген күреп, йөрәге әрнеү, тәүгеләренә теләктәшлек күрһәтеү, икенселәренә нәфрәт менән ҡарауы тураһында. Ярлы-ябағаны яҡлап, тормошо аҙ булһа ла яҡшырмаҫмы тип, ғилемгә эйә булырға, белем алырға саҡырыу, ә байҙарға ҡаршы сатирик шиғырҙар яҙыу, көрәшеү. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Нәсихәт” шиғырҙары.
Үҙе иҫән саҡта бер китабы баҫылып сыға. Шиһабетдин Мәржәни кеүек ғилемле, мәғрифәтле булырға саҡыра. Ул “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китабын тотошлай ошо ғалимға бағышлаған. Мәржәниҙе Аҡмулла “ҡараңғы фонарь ҡабыҙған”, “ирҙәрҙән бындай маһир” тип маҡтай. Башҡорт уҡымышлыһы Ризаитдин Фәхретдинов тураһында яҙа. Бындай ғалим заттарға ҡаршы төшкәндәрҙе ябалаҡтарға тиңләй, уларҙың наҙанлыҡ, көнсөллөктәренән көлә.
Үҙ заманындағы уҡымышлы кешеләр кеүек үк, Аҡмулла ла яҡшы тормошҡа кешелә һәйбәт холоҡ, яҡшы әҙәп, әхләҡ сифаттары тәрбиәләү, уны уҡытып ғилемле итеү аша ирешергә мөмкин тип уйлай. Бар яһиллыҡтар, аламалыҡтар наҙанлыҡтан килә, ти. (Слайд 14-15)
Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар, татарҙар араһында ла яратып уҡыла, күп шиғырҙарын халыҡ яттан белә.
Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып,халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль,сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.Ғилемле кеше-ҡанатлы ҡош.Белемле бөлмәҫ,белемһеҙ көн күрмәҫ.Белеү-нур,белмәү-хур.
Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ,ти ул.Аҡмулла Салауаттан һуң икенсе булып,халҡыбыҙға “башҡорттарым”тип өндәшкән.Бына ошо шиғыры менән һеҙҙе ...таныштырып китер.
“Башҡортарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын бер уҡыусы яттан һөйләй.(слайд 13)
-Был шиғыры менән нимә әйтергә теләгән?
-Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә булыр ине? Әйҙәгеҙ, ошо һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ. (Үҙ аллы эш)
1) Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
2) Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай.
3) Белемлелек арыҫландан көслө батыр.
4) Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек.
-Эйе, белем- кешенең иң ҙур ҡаҙанышы, бөтмәҫ- төкәнмәҫ байлығы. Белем- кешенең наҙанлыҡҡа, дошманға, ҡараңғылыҡҡа ҡаошы ҡорал.Бөйөк Аҡмуллабыҙҙың ошо әйтергә теләгәндәрен дөрөҫ аңлап, күңелдәребеҙгә ҡалдырһаҡ ине.
Китап менән эш.
Аҡмулланың тағы ла бер шиғырын тыңлап китәйек. “Нәсихәттәр”.
Башҡорт теле һүҙлегендә “нәсихәт”- тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ, өгөт тип бирелгән.
1)Шиғырҙы фонояҙманан тыңлау;
2) Уҡыусыларҙың өлгөлө уҡыуы;
3) Һорауҙарға яуаптар:
-Нәсихәттәрҙә кеше өсөн иң кәрәкле сифаттар нисәгә тиклем бер-бер артлы атап әйтелә?(Слайд 19) Ете һанына бәйле нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Башҡортостандың ете мөғжизәһен иҫкә төшөрөү).
Тиҙәйткес менән эшләү(Слайд 18)
Аҡмулла донъяның серлелеген 7 һанына бәйләнешле итеп күрһәтергә тырышҡан. Беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр беҙҙе ярыштыра- ярыштыра ете һанына бәйле тиҙәйткес әйттерә торғайнылар:
Етегән тигән ете йондоҙоңдо ете уратып әйтһәң, сауап була, ти.
IX. Дүртенсе туҡталыш. Аҡмулла ижадының әһәмиәте.(Слайд 20-22)
Аҡмулла ижадының әһәмиәте тураһында бер уҡыусының сығышы.
Мәғрифәтселек тарихында Аҡмулла, оло талантлы шағир булараҡ, яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғаллим сифатында ла ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырҙы. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы 4әмәлдә хәл итеүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алды. Был хаҡта билдәле педагог Ә.Еникеев шулай тип яҙа: “Аҡмулла мәктәптә уҡытҡанда, балалар ниндәй телдә һөйләшә, шул телдә уҡытырға ынтылды. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ мәктәбендә - ҡаҙаҡса, башҡорт мәктәбендә башҡортса уҡытты”. Бөгөн Аҡмулланың хыялы тормошҡа ашты. Һәр милләт үҙ телендә белем алыуға өлгәште. Ә башҡорт теле дәүләт теле тип ҡабул ителде.
V.Бишенсе туҡталыш. Аҡмулла исемен мәңгеләштереү.(слайд 23-28)
Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды.Миәкә районы Туҡһанбай районында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды. Шулай уҡ районда Аҡмулла исемендәге премия ла булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон, ижадын өйрәнеүселәр, уға арналған әҫәрҙәр, яҙыусылар лайыҡ булған.(портреттары,китаптары).Башҡортостан киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө. З.Исмәғилев “Аҡмулла” операһын яҙҙы.
Өфөләге БДПУ Аҡмулла исеиен йөрөтә, уның алдында 2008 йылда һәйкәл асылды. Был һәйкәлдең архитекторы Дамир Мәғәфуров, скульпторы Владимир Дворник.
VI.Уҡыусыларҙың барыһын да дәрестә ҡатнаштырыу маҡсатында викторина үткәрелә. (Һорауҙар таҡтала күрһәтелә. Логик мәғәнәүи моделде файҙаланыу). Викторина һорауҙары.
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).
Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).
Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).
Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).
Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).
Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).
Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).
Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).
Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? (1989 йылда Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.).
11.Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға музей ҡасан асыла? (1981).
VII.Рефлексия:
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки
______________________________________________________________
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки ...
VII.Йомғаҡлау.Уҡыусылар,беҙ бөгөн бөйөк шағир М.Аҡмулланың тормош юлы менән таныштыҡ. Ваҡыт үтә, йылдарға йылдар ялғана барған һайын, был оло ихтирам тойғоһо үҫкәндән-үҫә бара халыҡ күңелендә: йыл һайын гөрләтеп Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә, вуздарҙа өйрәнелә, әҫәрҙәре шиғриәт байрамы майҙандарынан яңғырай, музейы уның ижадын хөрмәт итеп килеүселәр өсөн ишеген көн дә шар аса...
Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: Аҡмулла кеүек олуғ шәхестәребеҙ тураһында бындай хәстәрлек күреү, фекер йөрөтөү бөтәһенән элек улар өсөн түгел, ә беҙҙең үҙебеҙгә, бөгөнгө заманға кәрәк. Сөнки халыҡ үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын иҫкә ала, фекер йөрөтә икән – ул иң элек үҙенең асылы, яҙмышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана, яна, көйә, шатлана, ижад итә, көрәшә... тимәк хәрәкәт итә, йәшәргә, алға барырға ынтыла, тигән һүҙ.
Өйгә эш:синквейн төҙөргә.

Приложенные файлы

  • docx 298973
    Размер файла: 30 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий